1 июлдән илдә алданған өлөшсөләр бөтөргә тейеш

Тулыраҡ: 1 июлдән илдә алданған өлөшсөләр бөтөргә тейеш

Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыуға бәйле бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар дауам итә, был ваҡыт эсендә намыҫһыҙ төҙөүселәр ҡулынан миллиондарса кеше зыян күрҙе. Әле Башҡортостанда рәсми статус алғандарҙан ғына 5 меңдән ашыу алданыусы. Төҙөлөштө проектлы финанслау был хәлде тулыһынса кире яҡҡа үҙгәртер тип ышана берәүҙәр, икенселәр шикләнә һәм хаҡтар кинәт артырын фаразлай. төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу хәҙер тарихта ғына ҡала. Киләсәктә алданған өлөшсөләр һанын бөтөнләй бөтөрөү йәһәтенән күсемһеҙ милек тармағында реформа йылдан артыҡ барҙы. ДевЕлоперҙар торлаҡ өсөн түләүҙең яңы механизмын 1 июлдән ҡуллана башларға тейеш. Хәҙер өлөшсөләрҙең аҡсаһы эскроу-иҫәптә һаҡланасаҡ.Ошо юл менән банк йортто төҙөүсе компанияға өлөшсөнөң аҡсаһын, ул ҡулына торлаҡ асҡысы тоттормайынса күсермәй. Эскроу-иҫәпте яуаплы йөкләмә тип тә аңларға була. Төҙөүсе компания етәксеһе Филүс Ишбулатов реформаға беҙ күптән әҙер тип белдерә.Реформаны төҙөүселәр, әлбиттә икләнеү менән ҡаршыланы. Эскроу- иҫәпкә күсеү тармаҡта монополияны көсәйтә. Сөнки бәләкәй компанияларҙың үҙ аҡсаһына йә кредит ресурстары менән ҙур йорттар төҙөү мөмкинлеге юҡ. Яңы тәртип тулыһынса октябрь башында ғына ғәмәлгә инә. Ә был ваҡытҡа тиклем төҙөлөштө кешеләрҙән өлөшләтә аҡса йыйып эште башлаған һәм 30 процентын башҡарған икән улар элекке тәртип менән тамамлай ала.Күсемһеҙ милек тармағы белгестәре реформа яңы торлаҡҡа хаҡ бер аҙ артыуына килтерәсәк тип иҫәпләй. Бының менән бергә төҙөлөш күләме лә кәмеүе ихтимал. Ә бына төҙөләсәк фатирҙы һатып алып тишек кәритәлә ҡалыу хәүефе тулыһынса тирлек юҡҡа сығырға тейеш. Тик был бер нисә йылдан ғына булыр тип күҙаллана.