Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында госпиталдәрҙә вафат булған яугирҙәр ерләнгән Курочкин тауындағы зыяратты тәртипкә килтерергә ниәтләй. Активистар әйтеүенсә, ил именлеге өсөн һуғышта яраланғандарҙың күбеһенең исеме билдәле түгел. Ҡаланың Черниковка биҫтәһенән алыҫ түгел тау битләүендә урынлашҡан зыяратта госпиталдәрҙә яраларынан вафат булған Ҡыҙыл Армия һалдаттары һәм офицерҙары ерләнгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы мәғлүмәттәре буйынса, Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған моторҙар эшләү заводы эшселәре лә ошонда ята. Тауҙан йыраҡ түгел 3766-сы госпиталь урынлашҡан була. Фронттан һалдаттарҙы ташыған санитар поезда һәләк булыусы һалдаттарҙы ла Курочкин битләүенә ерләйҙәр.Бында яраланып госпиталдә һәләк булған һалдаттарҙың ҡәберҙәре урын алған, тик әлеге заманда зыяратты тәрбиәләмәгәнлектән уны ағас-ҡыуаҡтар баҫып бөткән.Ҡәберлек ташландыҡ хәлдә, бары тик ҡыйшайған обелисктар ғына һалдат ҡәберҙәре хаҡында һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙарҙың исемдәре һаҡланмаған. Курочкин тауындағы зыяратта ерләнгән яугирҙәрҙең һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү, был урында хәрби мемориал булдырыу Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһе активистары шундай хыялдар менән йәшәй. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ташландыҡ зыяратты тәртипкә килтергәнсе ике йыл самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Халыҡ фронты белгестәре зыяратта иҫтәлекле билдәләр ҡуйыуҙан тыш, Өфө халҡы һәм уҡыусылар өсөн юл һалырға кәрәклеген дә билдәләгән. Һуңғы йылдарҙа тап Черниковка биҫтәһендәге мәктәп уҡыусылары үҙ көсө менән зыяратты тәртипкә килтергән.
Курочкин тауындағы зыярат ҡасан тәртипкә килтерелер?
Тулыраҡ: Курочкин тауындағы зыярат ҡасан тәртипкә килтерелер?