Салауат Әсфәтуллин уҡыусылары менән осрашты

Тулыраҡ: Салауат Әсфәтуллин уҡыусылары менән осрашты

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҙыусы, бөтә Рәсәй премиялары лауреаты, Калуга өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Әсфәтуллин уҡыусылары менән осрашты. Был юлы ул тыуған яғына 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булараҡ ҡайтҡан. Яҙыусы оҙаҡ йылдар Калуга өлкәһендә йәшәй һәм ижад итә.Өфөлә 5 йыл элек булған. Тимәк, уҡыусылары менән бүлешәһе яңылыҡтары күп. Әҙәбиәт һөйөүселәргә уның тарихи, иҡтисади, сәйәси темаларға яҙған әҫәрҙәре таныш. Салауат Әсфәтуллиндың китаптарын Британия китапханаһында, Париж, Ницца, Швецияның Король китапханаһында, АҠШ Конгрессы, Италияның милли китапханаларында һәм тағы бихисап илдәрҙә табырға мөмкин.