Республикала “Торатау йыйыны” йыл да үткәреләсәк

Тулыраҡ: Республикала “Торатау йыйыны” йыл да үткәреләсәк

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә подъездарҙы ремонтлау, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә сүп-сарға бәйле хәл буйынса бик ҡаты һөйләшеү булды. Радий Хәбиров чиновниктарҙы, тәү сиратта, ябай кешеләр тураһында уйларға саҡырҙы. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә республикалағы иң көнүҙәктәрҙең мәсьәләләрҙең хәл ителешенә бәйле. Уларҙың береһе халыҡ-ара апимондия форумы һәм төбәктең федераль программаларҙы ҡатнашыуы. Ауыл ерен үҫтереүгә бәйле проект иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Башҡортостандың ошо йүнәлештә әүҙем ҡатнашыуы өсөн ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов шәхсән яуаплы буласаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала айырым белдерҙе. Башҡортостанда этнофестивалдәр һаны йәнә берәүгә артып, ул йыл һайын даими үткәреләсәк. Һүҙ быйыл беренсегә уҙған “Торатау йыйыны” тураһында. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәт алдында ошондай бурыс ҡуя. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, тағы ла бер маҡсат Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайы һөҙөмтәләре һәм унда ҡабул ителгән документтарҙы бойомға ашырыу. Башҡортостан алдында мәҙәни өлкәләге уңыштар ғына түгел, ә социаль йүнәлештәге программаларҙы тейешле кимәлдә үтәү маҡсаты бар. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә был хаҡта айырым әйтелде. Мәҫәлән, адреслы инвестицион программа. Уға ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү. Быйыл балалар өсөн 29 баҡса төҙөп, ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Уларҙа 3 мең 800 сабыйға урын буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, бөгөн Башҡортостанда балалар өсөн тәғәйенләнгән 12 баҡса авария хәлендә. Тағы ла шуныһы, бөгөн яңы төҙөлөүсө күп кенә биҫтәләрҙә инфраструкутраға иғтибар етмәй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2024-се йылға тиклем Башҡортостанда балалар баҡсаларында урындарға бәйле мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш. Тағы ла шуныһы, беренсе июлдән индерелгән үҙгәрештәрҙе даими күҙәтеп барыу фарыз. Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын яңыртыу, ремонтлау кәңәшмәлә ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Быйыл 4 меңдән ашыу подъезд тәртипкә килтерелергә тейеш. Был йәһәттән миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Республика етәксеһе региональ операторҙар эше менән тулыһынса риза түгел. Башҡортостандағы һөт кухнялары һәм һөт фабрикаһы ла оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләрҙең береһе. Стәрлетамаҡта башлаған проект хәҙер республика кимәлендә лә тарала. Ул Нефтекама, Сибай, Октябрьскийҙа, шулай уҡ Белоретта эшләйәсәк. Балаларҙың уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә лә бөгөн иғтибар етмәй. Ҡалаларҙа әле ошондай меңгә яҡын ҡоролманы алыштырыу кәрәк. Нефтекама менән Салауат ҡалаларына ошо һорау ҡатмарлы ҡала. Һәм шишәмбе кәңәшмәһенең тәүге һөҙөмтәһе – Башҡортостандағы төбәк операторы етәксеһе Ринат Дәминов үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан китте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығына ла ҡаты иҫкәртең яһаны. Төп сәбәп – Сипайлово биҫтәһендәге хәл. Баш ҡаланың иң ҙур микрорайоны бөгөн сүп аҫтында. Башҡортостан шулай уҡ Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләрен дә барлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һынауҙар мәлендә ун уҡыусы үҙәктәрҙын ҡыуып сығарылған. Тағы ла 24 кеше имтихандарҙы бөтөнләй бирә алмаған. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Университет-институттар иһә бөгөн абитуриенттар менән эш алып бара.