Республика урман янғындарын һүндереү техникаһы менән 100 процентҡа тәьмин ителәсәк. Был эштәр “Экология” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Төбәктең Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү үҙәге ҡарамағында әле һигеҙ станция бар. Йыл башына уларҙыү барыһы ла 83 процентҡа тейешле техника менән йыһазландырылғайны. 2024 йылға тиклем был һан 100 процентҡа барып етергә тейеш. Йыл һайын был маҡсатҡа 44 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Ғаилә именлеге һағында
Тулыраҡ: Ғаилә именлеге һағында