Миәкәлә күп балалы ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында ғына иҫән ҡала

Тулыраҡ: Миәкәлә күп балалы ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында ғына иҫән ҡала

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары 119 кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Уларҙың яртыһы – балалалар. Һуңғы 3 йылда республика барлығы 90 меңдән ашыу махсус ҡоролма ҡуйғандар. Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында күп балалы ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында ғына тере ҡала. Батыршиндар ғаиләһенең йортонда янғын таңғы дүрттәр тирәһендә башлана. Сигнал тауышы сығыу менән әсә тиҙ арала балаларын уятып тышҡа йүгерә. Ағас өйҙө ут бер-нисә минут эсендә тулыһынса ялғап ала. Батыршиндар ғаиләһе ауылдағы йортто 2012 йылда әсәлек капиталына һатып ала. Һуңынан урындағы хакимиәт унда янғын сығыуын иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуя. Теүәл өс йылдан һуң ҡыҙғанысҡа йортта янғын сыға. Миәкә районында махсус ҡоролма күп балалы, социаль ярҙамға мохтаж булыусы һәм яңы тыуған балалы ғаиләләргә бушлай ҡуйыла. Әле льготалы программа ярҙамы менән районда 1000 ашыу йортта янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылған. Әле республикала 90 меңдән ашыу махсус ҡоролма бушлай ҡуйылған. Датчик ярҙамында 119 кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, янғын сығыуын белгертеүсе ҡорамалдың эшкә яраҡлы булыуын даими тикшереп торорға кәрәк.