- Францияла “һары жилеттарҙың” утыҙ өсөнсө ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Меңләгән француз ил хөкүмәте алып барған сәйәсәткә ҡаршы сығыш яһай. Был юлы ла полиция демонстранттарға ҡаршы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.
- Севастополдә “Армия-2019” форумында Рәсәй диңгеҙ флоты кораблдәре, истребитель һәм вертолеттары диңгеҙ һуғышын күрһәткән. Хәрбиҙәр миналарҙы юҡ итеп шартлы дошмандың һыу аҫты кәмәһен реактив-бомбомет ярҙамында шартлатҡан. Халыҡ-ара хәрбиүтехник форумда сит илдәрҙән дә делегациялар ҡатнашҡан.
- Йыл һайын йөҙләгән альпинист Эверест тауына үрмәләй. Үҙ артынан улар тонналап сүп-сар ҡалдыра. Тауҙың иң бейек нөктәһенә менгәндә палаткаларҙан ҡаласыҡтар ҙа күрергә мөмкин. Быйыл ғына Эверест 11 тонна сүп сарҙан таҙартылған. Экспедиция ваҡытында 4 мәйет тә табылған. Непал хакимиәте тауҙы сүплеккә әйләндемәҫ өсөн сикләүҙәр индергән.
- Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һәм “К-9” питомнигы кинологтары Иркутск өлкәһендә һыу аҫтында ҡалған Тулун ҡалаһынан хайуандарҙы ҡотҡара. Һыуҙан ҡасыа улар ҡыйыҡтарға менгән. Бер тәүлектә генә ғәҙәттән тыш хәл биләмәһенән 100 бесәй, эт, тауыҡ һәм башҡа хайуандар ҡотҡарылған. Һыйыр малы ла ҡоро ергә сығарыла.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре