Ул 1 июлдән «Башавтотранс» һәм шәхси компанияларҙың, шул иҫәптән ҡала яны автобустарында, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡабул ителә. Берҙәм транспорт картаһы проекты 700 миллион һумға баһалана. Социаль, банк карталары менән бер рәттән йәмәғәт транспортында хәҙер „Алға„ берҙәм картаһы менән дә иҫәпләшергә мөмкин. Тәжрибәле водитель Йәүҙәт Фәрхетдинов әйтеүенсә, бындай карталар ҡулаҡсаға ҡарағанда күп тапҡыр уңайлыраҡ.
СНХ. Йәүҙәт Фәрхетдинов – водитель / здача һанап биреп ултырырға крәкмәй, кондукторҙар кәрәкмәй. Йәмәғәт транспортында йөрөүселәрҙең күбеһе бындай карта барлығын беренсегә ишетә. Яңы карталарҙы ҡабул итеүсе терминалдар дәүләт транспорттарынан тыш, шәхси автобустарҙың да барыһына ла ҡуйылған тиерлек. Әле махсус сығарылған карта йә булмаһа ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙең айырмаһы юҡ. Алдағы өс айҙа иһә үҙгәрештәр буласаҡ. «Алға» картаһы менән юл хаҡы ҡулаҡсаға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә. 1 июлгә — 2 мең, 1 авгусҡа — 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус һәм маршрут таксийы карталарҙы хеҙмәтләндереү терминалдары менән йыһазландырыла. Әлегә 200 мең «Алға» картаһына заказ бирелгән. Уларҙы 50 һумға һатып алырға мөмкин. 1 сентябрҙән «сәғәтлек» тип аталған тариф селтәре индерелә, уның менән бер сәғәт эсендә яңы билет һатып алмайынса автобустан автобусға күсеп ултырырға мөмкин. Өфөнөң үҙенсәлеген иҫәпкә алып, был тариф «сәғәт ярымлыҡ» була. Бер тапҡыр ҡуллана торған, айлыҡ, йыллыҡ карталар эшләү ҡаралған. 1 сентябрҙән балансты тулыландырыу, нисә тапҡыр йөрөүҙе күҙәтеү функциялары менән мобиль ҡушымта эшләй башлай. 1 июлдән Өфөлә йәмәғәт транспортында “Алға” картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин...... Бер аҙҙан проект Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында, артабан башҡа төбәктәрҙә тормошҡа ашырыла.