Үҫемлек майҙары ҡушылмаған тәбиғи һөт ризыҡтары магазиндарҙа айырылып торорға тейеш. Хөкүмәттең яңы ҡарары үтәлешен тикшереү йәһәтенән “Халыҡ контроле” активистары ҙур супермаркеттар буйлап рейдҡа сыҡты. Бындай хәл ревизорҙар булып үткән һәр бер магазинда күҙәтелә тиерлек. Ниндәй һөт продукцияһына үҫемлек майҙары ҡушылмағанын тәү ҡарауға аңлауы ҡыйын. Тәғәйен маркировкалар ҡуйылмған, хаҡтары ла икенсе төҫ менән айырып күрһәтелмәгән. Ә иң мөһиме – бөтә тәбиғи һөт ризыҡтары айырым кәштәләрҙә торорға тейеш. Тик был талаптар бөтөнләй үтәлмәгән. “Халыҡ контроле” комиссияһының иҫкәртмәһенән һуң ғына, магазин хеҙмәткәрҙәре был хәлде төҙәтә башланы.
Халыҡ контроле
Тулыраҡ: Халыҡ контроле