Өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеге киңәйтелде

Тулыраҡ: Өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеге киңәйтелде

Рәсәй Хөкүмәте пенсияның билдәләнгән өлөшөнә 25 процентлыҡ өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеген киңәйтте. Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, исемлек эшселәр, ауыл хужалығы өлкәһендәге шәхси эшҡыуарҙар, келәт мөдирҙәре, ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалын хеҙмәтләндереүселәр, ремонтлаусылар, шулай уҡ ауыл хужалығы етештереү объекттарын һаҡлаусылар менән киңәйтелде. Рәсәй Пенсия фонды иҫәпләүе буйынса, өҫтәмә алыусылар һаны 3 процентҡа йәки яҡынса 30 мең кешегә арта. Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдары 923 мең самаһы кешегә өҫтәмә түләй. Уларға түләүҙәр 1 мең 300-1 мең 400 һумға арттырылды.