Экологик өмә менән һуңлаусы биҫтә

Тулыраҡ: Экологик өмә менән һуңлаусы биҫтә

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәнҡитенән һуң Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урамдарҙы һәм ихаталарҙы тәртипкә килтерә башланылар.Микрорайонды таҙартыуға ете райондың коммуналь хеҙмәттәре, муниципаль предприятиелар хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Улар газондарҙы сабып тигеҙләй, юлдарҙы бысраҡтан таҙарта, сүп-сар сығара. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика етәксеһе биҫтәнең бысраҡ булыуын билдәләп Октябрь районы хакимиәте башлығының эше менән ҡәнәғәт булмауы тураһында белдергәйне. Һуңынан Роберт Ахунов вазифаһынан китергә мәжбүр булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хакимиәт башлығына ул быға тиклем бер-нисә тапҡыр иҫкәртеү яһаған булған.