Сипайлово биҫтәһендә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды

Тулыраҡ: Сипайлово биҫтәһендә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды

Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Республика башлығының эксперт-контроль идаралығы менән берлектә комиссия ойоштороп ремонт барған тиҫтә йортта рейд үткәрҙе. Буяу-ағартыу, коммуникациялар төҙөклөгөн тәьмин итеү йәһәтенән башҡаралғын эштәр талаптарҙың үтәлмәүен күрһәтә. Бикбай урамындағы 30-сы йортта подъезд төҙөкләндереү эшенең беренсе этабы тәғәйен срокка тамамланмаған. Академик Королев урамындағы 10–сы йорттоң беренсе корпусында иһә ремонт ваҡытынан алда үтәлә. Контроль органдары бында ла етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Быйыл Сипайлово биҫтәһендә йәмғеһе 51 йортта, 137 подъезд төҙөкләндереү бурысы тора. Ремонт тамамлау осоро тип йылдың өсөнсө-дүртенсе кварталы билдәләнгән.