Самохваловканан сыҡҡан берҙән-бер юлды бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ япҡандар. Хәҙер кешеләргә күрше ауыл аша 6-7 саҡрым урап йөрөргә тура килә. Юлды ябыусылар уның законһыҙ һалыныуы менән аҡлана.Көн дә йөрөгән юл уртаһында йырын булыр тип һис тә уйламаным ти Дмитрий Тимофеев. Ауылдан сығып килгәндә ул Ниваһында соҡорға төшөп китә. Бәхеткә, тиҙлек ҙур булмай һәм машина яр ситендә эленеп ҡала.Ә бит был ауылдан сығыусы берҙән-бер юл. Билдәһеҙ кешеләр уны төндә ҡаҙып ташлай. Өҫтәүенә, иҫкәртеүсе тамға ла ҡуймайҙар. Авариянан һуң ғына юлсылар килеп арҡыры таҫма тартып китә.
Самохваловка халҡы үҙ көсө менән таш түктереп тигеҙләтеп алған юл кемгә ҡамасауланы икән, тип аптырашта ҡалған ауылда йәшәүселәр. Ул элек-электән бар ине, тип хәтерләй улар. Баҡтиһәң, М 5 федераль трассаһын хеҙмәтләндереүсе ойошма эше булып сыға.Юлдың ниндәйҙер норма-талаптарға тап килмәүен бында йәшәүселәр тәүгә ишетә, сөнки уны төҙөкләндергәндә муниципалитеттан рөхсәт алалар. Калинин районы хакимиәте хатта үҙе лә ярҙамлаша. М 5 трассаһына сыҡҡан юл авария хәүефе тыуҙыра тигән ҡараш менән дә килешмәй Самохваловкалар. Сөнки ул юлға түгел, ә йөк машиналары туҡтаған ергә тоташҡан, ә бынан машиналар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡуҙғалып китә ала.
Хәҙер ауылды оло ер менән тоташтырыусы берҙән-бер юл күрше Федоровка ауылы аша ята. Ундағы халыҡ көн дә тиҫтәләгән машина туҙан күтәреп үтеүенә түҙмәйенсә, шулай уҡ ҡаршылыҡ күрһәтә башлаған, бер нисә кешенең машинаһына таш менән һуҡҡандар. Әйткәндәй, тап ошо урында күп балалы, мохтаж ғаиләләр ер участкалары алған, тимәк тиҙҙән ауыл тағы ла ҙураясаҡ. Тик бына Федераль трасса “хужа”ларының кеше ҡайғыһында эше юҡ. Аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәт итһәк тә яуап булманы. Мәсьәләне хәл итеүҙе һәм кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғандарҙы яуапҡа тарттырыуҙы һорап ауыл халҡы прокуратураға хат яҙған.