Республика етәксеһе Радий Хәбиров балаларҙың уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибарҙы көсәйтеүҙе талап итә. Ҡалаларҙа әле ошондай меңгә яҡын ҡоролманы алыштырыу кәрәк. Өфөлә балалар өсөн 1 мең 500-ҙән ашыу майҙансыҡ бар. Уларҙы “Халыҡ контроле” проекты ағзалары тикшерҙе. Был балалар комплексының таҡталары тигеҙ түгел, ҡаҙаҡтары сығып тора, бала тауҙан шыуып төшкәндә аяҡтарын да һындырыуы ихтимал.
Был етешһеҙлектәрҙе башҡала ирекмәндәре тикшерҙе. Аксаков урамы, 60-сы йортта 15 йыл элек урынлаштырылған балалар комплексына төҙөкләндереү эштәре талап ителә, тип билдәләнде. Был йортта йәшәгән халыҡ балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн күптән борсола. Балалар майҙансығы йәш-елкенсәктең киске ваҡыттарын уҙғарыу урыны, тип билдәләй йортта йәшәүселәр. Балалар ҡомлоғонда уйнарлыҡ түгел, ул һыра һауыттары ҡапҡастары менән тулған. Рейд барышында Аксаков урамы 60-сы һанлы йорттағы балалар тауы нормативтарға тап килмәй һәм хәүефле, тип билдәләнде.
Шулай уҡ Коммунистик урамы, 36-сы йорт ихатаһындағы балалар майҙансығы ҡурҡыныс хәлдә. Эргәләге балалар баҡсаһының кәртәләре, эскәмйә, шулай уҡ балалар тауы төҙөкләндереүҙе талап итә. Был мәсъәлә менән “Халыҡ контроле” проекты ағзаларына 2 бала әсәһе мөрәжәғәт иткән. Бында 12 йыл элек башҡа йорт ихатаһының иҫке уйын комплексы күсерелеп ултыртылған. Баҫҡыстары иҫкергән, тауҙан шыуып төшкәндә йәрәхәтләнергә мөмкин. Республика парламент депутаты халыҡты “Ҡала мөхите”, “ Ысын эштәр” проекттарында ҡатнашырға саҡырҙы. Был проект сиктәрендә яңы уйын комплекстары урынлаштырыла, иң мөһиме күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең теләге булыу шарт.
Был мәсъәләләрҙе идарасы компания һәм хакимиәт менән берҙәм башҡарыу зарур. Балалар комплекстары зыян килтерергә тейеш түгел, ә кескәйҙәрҙең шат тауыштарына күмелергә тейеш.