Мәскәү һабантуйына әҙерлек

Тулыраҡ: Мәскәү һабантуйына әҙерлек

Туғандаш халыҡ- башҡорт һәм татар һабантуйы донъяның бихисап илдәрендә үткәрелә. Ә Мәскәү һабантуйы нимәһе менән үҙенсәлекле, тиерһегеҙ. Ишкәкселәр ярышы менән. Борондан тулы һыулы йылғалар ярында йәшәгән халыҡ булараҡ был спорт төрө беҙгә ят түгел. Мәскәүҙә йәшәүсе бер төркөм башҡорт йәштәренең ярышҡа әҙерлек мәлен киләһе яҙмала ҡарағыҙ. Бәйгегә әҙерлек ҡыҙыу бара. Кемдер был спорт төрөн яңы үҙләштерә башлаһа, араларында ишеү спорты буйынса чемпиондар бар. Ҡыҙҙар-егеттәр аҙна һайын Мәскәүҙен билдәле каналында шөғөлләнә. Йөҙөү өсөн кәмәләрҙе, әлбиттә, ҡуртымға алалар.

Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ аҡсаһын да, ваҡытын да йәлләмәй. Йәштәрҙе бәйгегә билдәле спортсылар, Рәсәй һәм Европа чемпиондары әҙерләй. «Регата — 2019» бәйгеһенә тиҫтәгә яҡын команда ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында “Умарта” исемле башҡорт командаһын Роберт Күскилдин, «Ағиҙел» де Замир Йәминов етәкләй. Ә Рәзилә Шәһиеваның ҡыҙҙар командаһы быйыл тәүге тапҡыр ҡатнаша. Быйыл бәйгеселәр Башҡортостандың Мәскәүҙәге даими вәкиллеге кубогы өсөн көрәш алып барасаҡ. Ул республиканың 100 йыллығы уңайынан булдырылған.

Әйткәндәй, Мәскәү һабантуйы 6 июлдә Коломенск музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үтә. Байрамда 300 мең самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың башҡорт тирмәләрендә милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, халыҡ кәсептәренең ҡул эштәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Шулай ҙа һыуҙағы ярыш иң мауыҡтырғысы буласаҡ, ти һәүәҫкәр ишкәкселәр.