Цифра мөмкинлектәрҙе киңәйтә

Тулыраҡ: Цифра мөмкинлектәрҙе киңәйтә

Өфөлә йәнә бер кешегә телевидение тапшырыуҙарын юғары сифатта ҡарау һөйөнөсө бүләк ителде. Рәсәй телерадиоселтәренең Башҡортостан бүлексәһе Максим Васильевтың телевизорына махсус приставка урынлаштырҙы. 28 йәшлек Максимдың физик мөмкинлектәре сикле, әммә донъя һәм ил ваҡиғаларынан, бигерәк тә спорт ярыштарынан ул ситтә ҡалмай. Мауыҡтырғыс алыштар, мөһим яңылыҡтарға телетапшырыуҙар аша хәбәрҙар. Аналог сигналынан цифраға күсеү тураһында бар мәғлүмәтте ентекләп өйрәнгән.

Максимдың тапшырыуҙар сағылышын юғары сифатта күҙәтеү теләген Рәсәй телерадиоселтәре белгестәре бойомға ашырҙы. Цифра сигналына күсер өсөн махсус ҡоролма ҡуйғанда ҡулланыусыларға ташламалар биреү тәртибе билдәләнгән. Ташламаға дәғүә итеүселәр исемлеген төбәктең социаль хеҙмәт идаралыҡтарына мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин. Халыҡҡа социаль ярҙамдың был төрө илдең төрлө төбәктәрендә ҡулланыла.