“Айыҡ ауыл” проекты яңы һулыш ала

Тулыраҡ: “Айыҡ ауыл” проекты яңы һулыш ала

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумының беренсе эш ултырышында бишенсе йыйында ҡабул ителгән резолюция ҡарарҙарын бойомға ашыра башлау юлдары билдәләнде. Айыҡ ауыл программаһын тергеҙергә Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡоролтайҙың бишенсе йыйынында тәҡдим иткәйне. Президиум ағзалары шулай уҡ Башҡарма комитеттың сит өлкә бүлексәләре менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен асыҡлау һәм ошо өлкәлә гранттар ҡулланыу мөмкинлеге тураһында ла фекер алышты.