Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте

Тулыраҡ: Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте

Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам программаһын бойомға ашырыу йәһәтенән Республиканың милли музейында мәҙәниәт, мәғариф, ғаилә, хеҙмәт һәм халҡты социаль яҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары вәкилдәре менән Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте. Быйыл Ҡаҙағстан халыҡтары ассоциацияһында лайыҡлы урынын алған башҡорт милли үҙәге тарихи туған ер менән тығыҙ бәйләнештә тота. Ҡаҙағстан — Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайында сит ил делегациялары араһында иң ҙуры, тип танылды.

Әле күрше дәүләттә 16 мең башҡорт йәшәй, шуларҙың бер меңе Нур-Солтан ҡалаһында. Башҡорт милли үҙәктәре икәү. Нурсолтандағыһына бары ике йыл. Яңы ойошманы башҡорт милли өлгөләре менән байытыу маҡсатында республиканың мәҙәниәт министрлығы Ҡаҙағстандағы милләттәштәргә традицион башҡорт милли кейем төрҙәрен тапшырҙы. Киләсәктә Ҡоролтайҙың Ҡаҙағстан башҡарма комитеты менән хеҙмәттәшлек йәһәтенән башҡорт телен өйрәнеүсе йәкшәмбе мәктәптәренә асбаптар һәм уҡытыусылар менән булышлыҡ итеү, йәштәр менән берҙәм эшмәкәрлек ойоштороу, уртаҡ йыйындар үткәреү кеүек бурыстар билдәләнде.