Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр дөрөҫлөк талап итеп идарасы ойошманы алмаштырыуға тиклем барып етте. Йортта 8 фатирҙа стеналар күк менән ҡаплана башлау менән хужалар саң ҡаға башлай. Күп тапҡырҙар мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалғас, улар хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Аксаков урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Борис Кучуркиндың фатирында стеналарҙы күк баҫа башлаған.
Ике ай элек кенә подъездар ҡушылған урынға ремонт эшләнгән. Бына шунан һуң айырым фатирҙарҙа күк барлыҡҡа килгән. Йорт хужалары төрө инстанцияларға мөрәжәғәт итәләр, тик бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ. Торлаҡ хужалары әйтеүе буйынса йорт ике йыл элек үк сафтан сыға башлай. Бигерәк тә быны подьездар ҡушылған ерҙә күрергә мөмкин.... ремонт сифатһыҙ эшләнгәнлектән фатир эселә зыян күрә, ти улар.
Фатир хужаларына, бүлмәнең стенаһын баҫҡан күк арҡаһында эске яҡтан ремонт эшләргә, обойҙарҙы алмаштырып йәбештерергә лә тура килә. Килгән оҫталар эштәрен намыҫлы башҡарһалар, был хәлгә төшмәҫ инек, ти улар. Идарасы ойошманың баш инженер вазифаһын башҡарыусы ла эштәрҙең сифатһыҙ башҡарылыуын танырға мәжбүр. Торлаҡтағы махсус материалды яңынан алмаштырып ҡуйыу өсөн 40 мең һум аҡса бүленгән. Яңы ойошма иһә был эштәрҙе алдағы ике аҙнала тамамлар, тип көтөлә.