Православтар Алма спасын билдәләне

Тулыраҡ: Православтар Алма спасын билдәләне

Ошо датаға арнап дини йорттарҙа байрам саралары үтте. Өфөнөң Киров урамындағы ҡорамда ла христиан руханиҙары алма һәм башҡа емештәргә изге һыу бөркөп, үҙ фатихаларын бирҙе. Инаныуҙар буйынса, изге алмаларҙы һәм емештәрҙе ашаған кешенең күңеле таҙарына.Алма спасын икенсе төрлө уңыш йыйыу осоро ла тип йөрөтәләр. Православ ышаныуҙары буйынса, бөгөндән йәнәһе көҙ ваҡыты етә, ә төндәрен һыуыта башлай. Шулай уҡ, христиандар изге алма ашаған ваҡытта теләк теләгәндә, ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тип ышана.