Иң яҡты урам

Тулыраҡ: Иң яҡты урам

Башҡортостанда быйыл урамдарға энергия һаҡлаусы 23 мең лампа ҡуйыласаҡ. Өфөлә Степан Злобин урамында йорттар төҙөлгән осорҙан алып яҡтыртыу бағаналары урынлаштырлмаған. Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң ҡала хакимиәте мәсъәләне хәл итте. Ниһәйәт, Степан Злобин урамында ла фонарҙар ҡуйылды.

Степан Злобин урамында яҡтыртыу бағаналары июнь айында ҡуйылған. Өмөттәре өҙөлгән халыҡ был хәлгә хатта ышанманыҡ, ти. Рәсәй-Башҡортостан телеканалында Степан Злобин урамы хаҡында видеосюжет март айында күрһәтелгәйне. Ул ваҡытта Өфө ҡала хакимиәте урамда яҡтыртыу бағаналарын урынлаштырыу киләһе йылдарҙағы программаға инәсәк, тип белдергәйне. Әммә эштәр күпкә тиҙерәк башҡарылды.

Степан Злобин урамының яртыһы — Аҡназаров урамынан алып Ғөбәйҙуллин урамына тиклем яҡтыртылған. Ҡышын ҡар көрәү, йәйәүлеләр юлын таҙартыу күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең киҫкен мәсъәләһе. Эштең алға барғанына ҡыуанып, Степан Злобин урамында йәшәүселәр беҙҙең редакцияға видеояҙмаларын ебәреп торҙо.

Әлбиттә, балалар өсөн үҙгәрештәр айырыуса ҡыуаныслы. Степан Злобин урамының оҙонлоғо 1 км, шуның 500 метры яҡтыртылған, тап ошо урамда ике яҡлап та күп ҡатлы йорттар урынлашҡан. Фәнил Шәйхлисламов 32 йыл йорттарҙың төҙөлгән осоронан уҡ йәшәй. Яңы йорттарға яңы өмөттәр бағлап тормош көтә башланыҡ, ти ул. Әммә ни өсөн был мәсъәләләр ҡатмарлы башҡарыла, тип ғәжәпләнә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев билдәләүенсә, Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу 67 процентҡа еткән. 100 процентҡа етер өсөн тағы ла 4 миллиардҡа яҡын аҡса талап ителә. Радий Хәбиров 1 августҡа муниципалитеттар мәктәп эргәләрен яҡтыртыуҙы тамамларға тейеш, тип белдерҙе.