Баш ҡала урамдарындағы туҡталыш, бағанаға рөхсәтһеҙ йәбештергән реклама хужаларына робот иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем бер туҡтауһыҙ шылтыратасаҡ. Телефон номерҙарының барыһы ла базаға теркәлеп бара. Инспекторҙар көн дә Өфө райондары буйлап рейдҡа сыға. “Авто-шылтыратыу” системаһындағы робот реклама йәбештереүсе хужаға шылтыратып, уның закон боҙоуын иҫкәртә. Рөхсәтһеҙ ҡуйылған реклама алынғандан һуң ғына бәйләнеш туҡтатыла. Рөхсәтһеҙ реклама йәбештереүсе 500, икенсе тапҡырға ҡағиҙә боҙоусы 1000, вазифа биләүселәр биш меңдән ун мең, ә юридик шәхестәр ун меңдән ун биш меңгә тиклем штраф түләйәсәк.
Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы
Тулыраҡ: Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы