Ярҙы йәшелләндереү маҡсатында сит илдән килтерелгән ағастар ултыртылды. Яҡтыртҡыстар, ағастар, туҡталыштар. Ағиҙел йылғаһы яры танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Бындағы инфраструктура, тәү сиратта, ял итеүселәр өсөн уңайлы булырға тейеш. “Юность” бассейы яғынан Салауат Юлаев һәйкәленә табан тротуар плиталары, велосипедта йөрөргә яратыусылар һәм йүгереү спорты менән шөғөлләнеүселәр өсөн махсус юл да эшләнә.
Өфөләге иң ҙур инфраструктура объектын 2014-се йылда яңыртыу башлана. Уның оҙонлоғо тимер юлы күперенән алып Ағиҙел күперенә тиклем биш саҡырымға һуҙыла.Ағиҙел ярын йәшелләндереү маҡсатында Польшанан 194 төп полида сортлы йүкә алып ҡайтылған..... Ағастарҙы автомобиль күперенән алып Юность бассейына тиклем ултыртылды.
Киләсәктә Ағиҙел ярында яңы филармония, төрлө үҙәктәр һәм Башҡортостанға килгән иң юғары ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн айырым тәғәйенләнештәге обьекттар төҙөү ҡарала. Маҡсаттар бихисап, уларҙы бойомға ашырыу өсөн яҡынса биш йыл ваҡыт кәрәк. Ағиҙел ярын төҙөкләндереү Өфө генә түгел, ә Башҡортостан өсөн әһәмиәтле. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Ағиҙел яры хәҙер яңы уттар менән балҡыясаҡ. Яңы филармония, яңы обьекттар һәм баш ҡала халҡы, уның ҡунаҡтарының яратҡан ял урыны Рәсәйҙә иң матурына әйләнергә тейеш.