Баш федераль инспектор «Волга буйы театрҙары» конкурсының төбәк этабы призерҙары менән осрашты. Межгорье ҡалаһынан “Пауза”төркөмө мәктәп театрҙары араһында беренсе булһа, иң яҡшы студент театры исеменә Башҡорт Дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” театры лайыҡ тип табылды. Михаил Закомалдин «Ҡорос»тарҙың репетицияһын ҡараны, буласаҡ педагогтарҙан актер һөнәренең уларға ниңә кәрәк икәнен дә белеште. Шулай уҡ фестивальдең төбәк этабы өсөн яуаплы министрлыҡ вәкилдәре менән осрашты. «Волга буйы театрҙары» бәйгеһендә 14 төбәктең иң көслө театрҙары ҡатнаша. Еңеүселәрҙе иһә, Волга буйында йәшәүселәр тауыш биреү ярҙамында билдәләйәсәк.
Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр
Тулыраҡ: Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр