Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләрҙең бер төркөмө 1 октябрҙә яңы фатирҙарының асҡысын аласаҡ. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров 4 йыл буйына һуҙылған ошо мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтте.
Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән дә танышты. Октябрҙең тәүге көнөндә Стәрлетамаҡтағы алданған өлөшсөләр яңы фатирҙарының асҡыстарын аласаҡ. 4 йылдан ашыу ошо ваҡиғаны көткән кешеләр өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡалаға эш сәфәре ҡыуаныслы хәбәр килтерҙе. Октябрь проспекты 85 адресы буйынса урынлашҡан йорт 95 процентҡа әҙер, әммә төҙөлөштө тамамлап сафҡа индереү өсөн 10 миллион һум аҡса етмәй. Был мәсьәләне Радий Хәбиров урында уҡ хәл итте. Тағы ла 137 миллион һум аҡса күп фатирлы 83 йорттағы 355 подъезды төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров ремонт башланған бер-нисә подъезды ҡарап та сыҡты. “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы, быйыл ҡалалағы 40 йорт алды биләмәһе лә тәртипкә килтереләсәк. Республика етәксеһе Курчатов урамындағы икенсе йорттоң ихатаһында башланған төҙөкләндереү эштәре менән ҡыҙыҡһынды һәм урындағы халыҡ менән дә аралашты. Рәсәйҙә станоктар төҙөгән берҙән-бер завод Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Ҡалаға эш сәфәре менән юлланған республика етәксеһе тәү сиратта тап уның эше менән танышты. Радий Хәбиров предприятиеның етештереү цехтары, хеҙмәт шарттары һәм эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Совет заманында Башҡортостанға эвакуацияланған заводтың йылына ун тиҫтәгә яҡын станоктар эшләп сығара. Продукция илдең төрлө төбәктәренә һәм хатта сит илдәргә лә оҙатыла. Завод әле яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бының өсөн Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Модернизациялау етештереү күләмен артырырға һәм юғары технологиялы яңы быуын станоктарын сығарыуҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Республика етәксеһе предприятиеның үҫешен юғары баһаланы һәм аратабан да хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү маҡсатын ҡуйҙы. Стәрлетамаҡта 1 июлдә үҙ эшен башлаған һөт фабрикаһы ла төбәк етәксеһенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған һөт кухняһы айына миллион ярымдан ашыу порция сығарырға тейеш. Шул рәүешле Стәрлетамаҡ һәм эргә-тирәләге район-ҡалаларҙа йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар тәбиғи һөт ризыҡтары менән тәьмин ителәсәк. Продукция артынан килгән ата-әсәләр күптән көтөп алынған ҙур бүләк өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен ектерҙе. Ҡалала икмәк етештереүҙең дә күләме һәм сифаты арта. Был турала Радий Хәбировҡа, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының директоры һөйләне. Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты составына 6 завод инә. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым төр продукция етештерә: икмәк-булка ризыҡтары, татлы ашамлыҡтар, пряник-керәндилдәр һәм башҡалар. Тик ике йыл инде комбинат иген фондындағы резерв он менән ҡуллана алмай. Был үҙ сиратында икмәк продукцияларының ҡиммәтләнеүенә килтереүе ихтимал. Шуға ла Радий Фәрит улы килеп тыуған мәсьәлә менән яҡындан танышырға вәғәҙә бирҙе.