Башҡортостан депутаттары яҙғы сессия ваҡытында 90-дан ашыу закон ҡабул иткән. Бынан тыш, 3 ултырыш, 13 түңәрәк өҫтәл ойошторолған һәм төрлө министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренең 30-ҙан ашыу доклады тыңланған.
Ошо турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Яҙын парламентарийҙар Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып китеүселәргә язаны ҡәтғиләштерҙе. Унда газондар һәм йәшелләндерелгән биләмәләрҙең аныҡ төшөнсәләре, муниципалитеттарҙың газондарҙы тәртипкә килтереү яуаплылығы билдәләнгән. Ҡанунды үтәмәүсе граждандарға 1 меңдән ике меңгәсә, вазифа биләгәндәргә 5 меңдән 10 меңгәсә, юридик шәхестәргә 20 меңдән 30 меңгәсә штраф һалына. Закон һөҙөмтә бирмәй ҡалманы. Ике ай эсендә граждандар 14 миллион һумдан ашыу штраф түләгән. Был аҡса йорт ихаталарын төҙөкләндереү өсөн китәсәк. Шулай уҡ, депутаттар балалар баҡсаһына компенсацияны бөтә ғаиләләргә лә бирергә тигән ҡанунды яңынан ҡарап раҫланы. Уға ярашлы, беренсе балаға 20, икенсеһе өсөн 50, өсөнсөһө өсөн 70 процент ташлама билдәләнә. Бер-нисә йыл элек компенсацияны бөтөргәйнеләр. Республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән хәҙер байрамдар алкоголле эсемлекһеҙ үтә. Һабантуйҙарҙа, Йәштәр көнөндә, Һуңғы ҡыңғырау һәм Белем көнөндә спиртлы продукция һатылмай. Башҡортостан закон сығарыусылары был законды ла тиҙ арала ғәмәлгә ашырҙы. Быйылдан урмандарҙа ауған ҡоро ағасты алырға мөмкин, сикләү юҡ. Әммә дилянкаға инергә һәм янғын хәүефе режимы ваҡытында ярамай. Шулай уҡ, ҡоро ағастың ботаҡтары менән олонон да алырға була. Сөнки улар янғын хәүефе тыуҙыра. Урманға балта, бысҡы, хатта бензин менән эшләгән бысҡы ла алып барырға мөмкин. Башҡортостандан сыҡҡан башланғысты федераль кимәлдә ҡабул иттеләр, ә февралдә беҙҙең депутаттар ҙа законға төҙәтмәләр индерҙе. Әйткәндәй, 2016-сы йылдан алып Башҡортостан парламентарийҙарының 11 башланғысы федераль кимәлдә яҡлау тапҡан һәм законға әйләнгән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙең башҡа закон сығарыу органдары араһында беренсе урынға сыҡты. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ағзалары даими рәүештә башҡа төбәк депутаттары менән осраша һәм закондар сығарыу өлкәһен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Бынан тыш, “Ғәҙел эштәр” проекты сиктәрендә муниципалитеттарға яҙрам күрһәтә. Мәҫәлән, ауылдар, паркттар төҙөкләндерелә, учреждениеларға электр һәм йылытыу ҡоролмалары алына, газ һәм һыу үткәрелә, балалар майҙансыҡтары тәртипкә килтерелә. Һайлаусыларҙың наказдары буйынса, былтыр 1 мең, быйыл 1 мең 200 ошондай эш атҡарылған. Был маҡсатта быйыл 260 миллион һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Депутаттар йәйге ялға сыҡты. Әммә, көҙгө сессияла закондар сығарыу өлкәһендә бихисап эш көтөлә, тине Константин Толкачев. Уларҙың ҡайһы берҙәре Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.