“Башҡорт ихаталары” проектына 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә

Тулыраҡ: “Башҡорт ихаталары” проектына 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә

“Башҡорт ихаталары” проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан быйыл 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Граждандар ихаталарҙың ниндәй ҡағиҙә буйынса һайлап алыныуын белмәй. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы айырым белешмә әҙерләйәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлегә төҙөкләндереү талап иткән ихаталар һаны уғата күп түгел, шулай ҙа билдәләнгән мөҙҙәттә республикала дүрт йөҙҙән ашыу биләмәлә тәртип булырға тейеш. “Башҡортостан ихаталары” проектының бойомға ашырылыуы теүәл бер айҙан йәнә тикшереләсәк. Программа 2024-се йылға тиклем ғәмәлдә ҡала.