Бөрө ҡалаһы йыл да июлдең һигеҙендә ғашиҡтарҙы үҙенең күркәм Сиркәү майҙанына саҡыра. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлап сувенир, шоколад, открытка кеүек бүләк биреү ғәҙәте юҡ. Был датаның төп йолаһы – көндө ғаиләң, яратҡан кешеләрең менән бергә үткәреү. Бүләктең иң ҡәҙерлеһе – ромашка гөлләмәһе. Рәсәйҙә борондан тап ошо сәскә мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе тип танылған.Сафлыҡ һәм мөхәббәт хыялын сағылдырған болон сәскәһе боронғо тарихы менән билдәле яңы байрамдың символы. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө илдә социаль-мәҙәни инициативалар Фонды президенты Светлана Медведева тәҡдиме менән 2008 йылдан үткәрелә. Тиҫтә йылдан ашыу арауыҡта ул Карелиянан Камчаткаға тиклем төрлө төбәктәрҙе биләп алды. Бапшҡортостанда был йолаға башланғысты Каринэ Хәбирова һала. Ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәре халыҡ йолалары нигеҙендә. Бөрөләге ҡала майҙанына Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре йыйылды. Халыҡ кәсептәре йәрминкәһенең төҫтәрендә лә ошо хәҡиҡәт сағыла. Илшат Исмәғилев Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенты. Көршәксе һөнәренә тәүгә ҡыҙыҡһынып тотонған. Наталья Кырчикова иһә туҡыусы кәсебен оҫта дәрәжәһенә тиклем үҙләштергән. Рәсәй төбәктәрендә үткән күргәҙмәләрҙә еңеүсе грамоталары менән маҡтана ала. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бөрө кәсепселәре күргәҙмәһе менән ҡыҙыҡһына. Боронғо кейем өлгөләре, халыҡ уйындары, ғаилә һөнәре төрҙәре. Ҡалала тарихи ваҡиғаларға реконстукция яһап күрһәтеү йолаһы бар. Бөрөләр дини йолаларҙы ла ҡәҙерләп һаҡлай. Ошо көндәрҙә Илаһи Троица соборында Православие сиркәүе изге тип таныған Петр менән Февронья изге һөйәктәренә табыныу мөмкинлеге бар. 12-13 быуаттарҙа Муром ҡалаһында хаким иткән Петр менән Февроньяның мөхәббәт өлгөһө бөгөн ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә башланғыс бирә лә инде. Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон изгеләрҙең рухына доға ҡылып уларҙың тормошо тураһында хикәйәт итә. Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ ҡанундары өсөн быуаттар ҡамасау түгел. Был ҡиммәттәр әле лә көнүҙәк. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡты байрам менән тәбрикләп Бөрөнө Башҡортостандың ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үҙәге булараҡ сәләмләй. Сәхнәлә сирек быуат һәм унан да ашыу татыу ғүмер итеп, ныҡлы ғаилә өлгөһө күрһәткән, балаларын йәмғиәттең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләгән парҙарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалдары тапшырыла. Республикала был наградаға быйыл 8 пар лайыҡ. “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнгән 5 ғаилә араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Вәсилә һәм Айрат Зариповтар ҙа бар. Уларҙың улы Ирек Зарипов дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы. Спорт карьераһында юғары дәрәжәләргә өлгәшергә уға ата-әсәһе һалған тәрбиә ярҙам иткән. Вәсилә Мостафа ҡыҙы менән Айрат Ғабдулхамат улы көслө рухлы, эшһөйәр һәм алсаҡ кешеләр. “Йыл ғаиләһе-2019” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүселәрҙе лә бүләкләү тантанаһынан һуң байрамды бай йөкмәткеле концерт программаһы дауам итте. Республиканың сәнғәт һәм мәҙәниәт оҫталары менән бергә сәхнәлә Рәсәйҙә өлгөлө тип танылған ғаиләләрҙең береһе, Виктория менән Антон Макарскийҙар сығыш яһаны. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаким иткән байрам республикала ғаилә ҡиммәтәрен нығытыусы, йәш быуында әхләки нигеҙҙәр тәрбиәләүсе, иман биреүсе, йыр-моңға солғап алыусы йәнә бер матур йола барлыҡҡа килтерҙе. Тимәк, халыҡтар берҙәмлеге менән төбәк үҫешенә тағы бер ышаныслы аҙым яһалды.
Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде
Тулыраҡ: Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде