Ике йылдан БашӨфөлә кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ ташы һалынды

Тулыраҡ: Ике йылдан БашӨфөлә кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ ташы һалынды

Ике йылдан Башҡортостан кардиологтары ҡатмарлы операцияларҙы заманса шарттарҙа яһай башлаясаҡ. Республика кардиология диспансерының яңы бинаһына нигеҙ ташы һалынды. Ике йыл эсендә бында заман талаптарына яуап биргән майҙандар файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Табиптарҙың төп маҡсаты яңы урындар булдырыу түгел, ә дауалауҙың алдынғы кимәленә өлгәшеү. Ҡатмарлы операциялар башҡарыу оҫталығы буйынса илдә алдынғылар иҫәбендәге кардиология диспансерын яңыртыу тәҡдиме Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығында күптән яҡлау тапҡан. Әммә төҙөлөш 2012 йылдан әлегә тиклем кисектерелеп килгән. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, объектты финанслау мәсьәләһенә ҡағылышлы һөйләшеүҙәр дауам итә. ҡортостан кардиологтары ҡатмарлы операцияларҙы заманса шарттарҙа яһай башлаясаҡ. Республика кардиология диспансерының яңы бинаһына нигеҙ ташы һалынды. Ике йыл эсендә бында заман талаптарына яуап биргән майҙандар файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Табиптарҙың төп маҡсаты яңы урындар булдырыу түгел, ә дауалауҙың алдынғы кимәленә өлгәшеү. Ҡатмарлы операциялар башҡарыу оҫталығы буйынса илдә алдынғылар иҫәбендәге кардиология диспансерын яңыртыу тәҡдиме Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығында күптән яҡлау тапҡан. Әммә төҙөлөш 2012 йылдан әлегә тиклем кисектерелеп килгән. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, объектты финанслау мәсьәләһенә ҡағылышлы һөйләшеүҙәр дауам итә.