Өфөлә 53-сө халыҡ-ара балалар уйындары башланды

Тулыраҡ: Өфөлә 53-сө халыҡ-ара балалар уйындары башланды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөгә килгән олимпия уйындары чемпиондары менән Затон биҫтәһендә яңы сафҡа индерелгән спортсылар әҙерләү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, 5 тапҡыр олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең олимпия комитеты генераль сәркәтибе Анастасия Давыдова, Дәүләт Думаһы Депутаты Александр Карелин һәм башҡа билдәле шәхестәр бар. Майҙаны 37 мең квадрат метрлыҡ объектта спорттың 49 төрө менән шөғөлләнергә мөмкин.