Халыҡ-ара балалар уйындарына 1200 спортсы килде

Тулыраҡ: Халыҡ-ара балалар уйындарына 1200 спортсы килде

Өфө-Арена майҙанында командалар менән танышыу тантанаһы уҙҙы. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Йәш спортсыларҙың кәйефе нисек? Улар ҙур ярышҡа әҙерме? Һәр бер команда ҡулында үҙ иленең флагы. Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сараһында ҡатнашыусы спортсылар Өфө-Арена майҙанында осрашты. Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай, Мексика, Нидерландтар һәм башҡа илдәрҙең командалары ҙур сара башланыр алдынан бер-береһе менән танышып, хис-тойғолары менән бүлешеп тә өлгөрҙө. Йәш спортсылар араһындағы ярыштар бик көсөргәнешле буласаҡ, ти тренерҙар. Шуға ла спортсыларҙы физик һәм рухи яҡтан әҙерләү етди кимәлдә барҙы. Спортсылар грек-рим көрәше, фехтование, йөҙөү, еңел атлетика һәм башҡа ярыштарҙа бер-береһе менән көс һынашасаҡ. Командалар менән яҡындан танышыу алҡыштарға күмелде. Бында ла һәр ил спортсылары үҙ флагтарын күрһәтеп майҙан буйлап үтергә тейеш ине. Бөтә командалар исемлеге бирелгәс, сара концерт менән үрелеп барҙы. Роберт Юлдашев һәм Азат Айытҡолов ҡунаҡтарға ҡурай моңо һуҙып ишеттерһә, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солистары башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы. Ҙур концерттан һуң төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров, Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш һәм башҡа вәкилдәр сәләмләне. Өфө — Рәсәйҙә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарылған берҙән-бер ҡала. Төрлө илдәрҙә йәшәгән спортсыларҙы берләштергән сара тантаналы рәүештә асыҡ тип иғлан ителде.