Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары хәүефле һөнәр эйәләре өсөн виртуаль тренажерҙар эшләй. Хәҙер белгестәр уйын формаһында оҫталыҡ тупларға һәм яңы алымдарға өйрәнә ала. Руслан Миһранов комьютер алдында ғына ултырһа ла, уйҙары менән нефть ятҡылығында йөрөй. Уға һауа өлгөһөн алып, үлсәргә һәм һөҙөмтәне журналға теркәп ҡуйырға кәрәк. Артабан уның алдында ҡатмарлыраҡ бурыс тора – нефть вышкаһындағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, уларҙы юҡ итеү. Руслан нефтсе түгел, ул ошо программаны эшләүсе. Заказды тапшырғансы, программистар уны тәүҙә үҙҙәре һынап ҡарай. Был проект яңы ғына эшкә килгән нефтселәргә оҫталыҡ туплау өсөн тәғәйенләнгән. Ошолай уйын формаһында яңы алымдарға өйрәнеүе күпкә еңелерәк һәм хәүефһеҙерәк. Сөнки виртуаль донъяла хаталанырға була, ә ысынбарлыҡта бер генә лә яңылыш хәрәкәт тә кеше ғүмеренә торошло. Шуға ошо һынауҙы үткәс кенә, йәш белгестәр эшкә рөхсәт ала. Программаны эшләгәндә предмет йәки объекттарҙың фотолары цифралы 3Д форматҡа күсерелә һәм хәрәкәткә килтерелә.Ҡушымталағы персонаждар ысынбарлыҡтан алына. Бының өсөн ошондай 3Д сканер ҡулланыла. Ҡоролманы кешегә йүнәлтеп уратып сығаһың, ә был ваҡытта компьютерза уның һыны барлыҡҡа килә. Был беҙҙең операторыбыҙ Азамат Әхмәҙишин. Аҙаҡ ошо күсермә моделенән компьютер геройы эшләнә. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары янғын һүндереүселәр өсөн тәғәйенләнгән яңы программа өҫтөндә эшләй.Махсус күҙлек кейеп кенә кеше виртуаль ысынбарлыҡҡа сума. Уға экранда яҙылған кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоп, хәрәкәттәрҙе ҡабатларға ғына кәрәк. Уйын аша мәғлүмәт нығыраҡ иҫтә ҡала икәне күптән иҫбатланған. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа виртуаль тренажерға ихтыяж ҙур. Ул төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла: пилоттарҙан башлап, поезд машинистарына тиклем тәүҙә ошондай ҡушымтала шөғөлләнә.
Хаталанырға хоҡуғы бар
Тулыраҡ: Хаталанырға хоҡуғы бар