Балалар - балаларға

Тулыраҡ: Балалар - балаларға

Владимир Спиваков фондының мәрхәмәтлек проекты менән йәш музыканттар Өфөнөң 17-се дауаханаһындағы тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны. Аяҡ-ҡулдарын йәрәхәтләп, йәйге ялдарҙан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн улар төрлө музыка ҡоралдарында классик, халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, йырҙар йырланы. Варвара Никулина уйнаған был көй — Франц Шуберттың билдәле әҫәрҙәренең береһе. Йәш музыканттар кескәй тамашасыһы өсөн тағы ла әллә күпме музыкаль бүләктәр менән килгән. Серле ноталарҙан дуҫтарының яралары шәберәк төҙәлһен — был уларҙың төп маҡсаты. Балалайка көйөнә күптән һикереп төшөп китер ине лә бит бәләкәстәр, гипс ҡына сикләй. Ә бына ихласлап сәпәкәй итеү өсөн бер ни ҙә ҡамасауламай. Сығыш яһаусыларҙы балалары өсөн дә, үҙҙәренә лә тамаша хуш килгәнлектән, атай-әсәйҙәр ихлас алҡышлай. Йәй айҙарын үҙҙәренең ялына түгел, ә изге эшкә бағышлаған музыканттар лайыҡ бындай ҡеүәтләүҙәргә. Һәр кем күңеле менән музыкант, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Үҙенсәлекле тамашасылар ҙа күкрәге эсендә моң йөрөтә. Ошо бәләкәй генә күңелдәргә матурлыҡ ни тиклем күберәк һалынһа, моңо ла көслөрәк, рухы ла сәләмәтлерәк була.