- Рәсәй президенты БАМ-ды төҙөүгә 45 йыл тулыу уңайынан магистралде төҙөүселәргә мөрәжәғәт итте. Владимир Путин Байкал-Амур магистрален бөтә халыҡ проекты тип атаны.
- Әрмәнстанда ер шарындағы берҙән-бер радиооптик телескопты тергеҙергә уйлайҙар. Һауаны ике диапозонда ҡарау мөмкинлеген биргән был телескоп Совет ғалимы Парис Геруни проекты буйынса төҙөлгән. Ике меңенсе йылдарҙа фәнни объект ябыла. Яңыраҡ фундаменталь асыштарға этәргес бирәсәк комплексты тергеҙергә ҡарар ителгән.
- Ингушетияла 7 йәшлек ҡыҙ дауаханаға килтерелгән. Уның тәнендә табиптар теш эҙҙәре барлығын, тәне бешеүен асыҡлаған. Сабыйҙы тәрбиәләүсе ҡыҙ үҙ ғәйебе менән йәрәхәттәр алған, тип раҫлай. Тәфтишселәр фекеренсә, баланы тәрбиәсе туҡмаған. Операция яһағандан һуң ул артабан дауаланыу өсөн Мәскәүгә килтерелгән.
- Американың Кентукки штатында Джим Беам компанияһы келәтендә бурбон тултырылған 45 мең мискә янып бөткән. Ҡиммәтле спиртлы эсемлектәр һаҡланған келәт йәшен атҡандан һуң яна башлаған. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк убылуыслар юҡ.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре