Константин Вавилов 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатылды. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең нисек алдарға маташыуын һәм хөкөмдән ҡасырға тырышыуын да асыҡлаған. Сөнки, үлер алдынан ҡыҙ барыһын да һөйләп бирә. Ике кеше ғүмерен ҡыйған был кешегә тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Константин Вавилов үҙен бер нәмә лә булмағандай тота. Ғәйепләнеүсе хәбәрселәр менән дә аралашырға теләмәне. Вавиловты ҡулға алған ваҡытта барыһын да үҙе һөйләп бирә. Был кадрҙарҙа ул бер мең һумға фатирын ҡуртымға алған ғашиҡтарҙы яндырыуы тураһында ентекләп бәйән итә. Йәш пар аш-һыу бүлмәһенә ингәс, ир ишеген диван менән терәтеп, бензин түгеп сыға һәм ут төртә. Енәйәтсе йәштәргә бөтөнләй мөмкинлек ҡалдырмай. Фатир беренсе ҡатта урынлашҡан булһа ла, тәҙрәлә тимер рәшәткәләр ҡуйылған. Шуға күрә ғашиҡтар ут ҡамауында ҡала. Әммә, күпмелер ваҡыттан енәйәтсе тәүҙә һөйләгәндәренән баш тарта һәм уның башында яңы мәкерле уй тыуа. Йәнәһе ул магазинға сығып китә һәм янғын нисек сыҡҡанын белмәй. Үлер алдынан ҡыҙҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә кем ут тоҡандырғанын һөйләгәнен Вавилов белмәгән була. Был видео беренсе тапҡыр күрһәтелә. Тәненең 40 проценты янған һәм яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған пациент көс-хәл менән хоҡуҡ һаҡсыларының һорауҙарына яуап бирә. Уға шәфҡәт туташы ярҙам итә. Ҡыҙ был ҡурҡыныс енәйәттең ни өсөн ҡылынғанын да әйтеп өлгөрә. Яратҡан кешеһенең янғын урынында һәләк булғанын белмәйенсә ҡыҙ үҙе лә бер-нисә көндән йән бирә. Суд барышында Вавиловтың башында, ҡотолоу өсөн, тағы ла бер уй барлыҡҡа килә. Йәнәһе, магазинға китеп барғанда уны атаһының танышы күрә. Ир быны мотлаҡ дәлилләр ине, әммә, ул баҡыйлыҡҡа күскән һәм судҡа килә алмай. Бынан һуң прокуратура вәкиле Ильяс Миңлеғәлиев тағы ла бер тикшереү уҙғара һәм енәйәтсенең алдауы асыҡлана. Ике кешене йәлләмәйенсә һәм яндырып үлтергәне өсөн суд Константин Вавиловты 16 йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә быға тиклем урлашҡаны өсөн ул шартлы хөкөм ителгән булған һәм быны иҫәпкә алып енәйәтсе 17 йылға төрмәгә ябылды. Тик ғашиҡтарҙы хәҙер кире ҡайтарып булмай.
Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды
Тулыраҡ: Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды