Былау байрамы

Тулыраҡ: Былау байрамы

Ғафури районынында иң тәмле былау бешереүесене билдәләнеләр. онкурстың еңеүсеһе итеп Артур Сәмиғуллин билдәләнде. Күңел йылыһын һалып бешергән ризыҡтан байрамда ҡатнашыусы Табын ауылының социаль приюты тәрбиәләнеүселәре лә ауыҙ итте. Балалар өсөн ойоштороусылар ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле программа әҙерләгән: концерт номерҙарын ҡарау, тәмлекәстәр менән һыйланыу, квадроциклдарҙа йөрөү һәм башҡалар. Шәфҡәтлек сараһы алдынан йәш рәссамдар һүрәттәр төшөрөргән. Хәйриә акцияһы барашында был һүрәттәрҙе һатыуҙан йыйылған аҡсалар балалар йортона тапшырылды.