Башҡортостанда йылдың беренсе сирегендә 250 мең литр күләмендә ялған иҫерткес эсемлектәр һатыуҙан тартып алынған. Был һан үткән йылдың дөйөм күрһәткесенә тигеҙ. Республика етәксеһенең Рәсәйҙә иҫерткес эсемлектәр әйләнешен көйләү ойошмаһы етәкселәре менән осрашыуҙа төбәктә алкоголь продукцияһын һатыу мәсьәләләре ҡаралды. Ялған эсемлектәрҙе һатыуға сик ҡуйыу ыңғай һөҙөмтә бирә, тип билдәләне күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре. Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы иҫәпкә алған “ЕГАИС” системаһына мәғлүмәт тапшырмаған бер генә сауҙа нөктәһе лә юҡ.
Башҡортостанда 250 мең литр күләмендә ялған иҫерткес эсемлек һатыуҙан алынған
Тулыраҡ: Башҡортостанда 250 мең литр күләмендә ялған иҫерткес эсемлек һатыуҙан алынған