Фатир ямғырҙан зыян күргән: кем ғәйепле?

Тулыраҡ: Фатир ямғырҙан зыян күргән: кем ғәйепле?

Шаҡша биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә капиталь төҙөкөләндереү эштәре барышында бер нисә фатир ямғырҙан зыян күргән. Йортта йәшәүселәр бындай хилафлыҡ төбәк операторының эште контролдә тотмауы арҡаһында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй. Оҙаҡ көтөп алған капиталь ремонт ҡатмарлы булып сыға. Элемтә урамында бер кәсер беренсе йортта йәшәүселәр төҙөлөш эштәренең тейешенсә күҙәтеүгә алынмауына зарлана. Йорт советы рәйесе билдәләүенсә, эштәр оҙаҡ, етмәһә сифатһыҙ башҡарыла. Был йортта 18 йыл ремонт эштәре булмаған.

Республика программаһы буйынса подъездарҙы төҙөкләндерер алдынан тәүҙә йорттоң ҡыйығын алмаштыра башлағандар. Ҡыйыҡты һүтеп алғандар, әммә ямғырҙарға тиклем ябып өлгөрмәгәндәр. Йорт ҡыйығы махсус заманса гидроизоляция менән ябылған. Был яңы материал һыу үткәрмәй. Шулай ҙа ямғырҙар ваҡытында яңы түшәм көслө елдән асылып бер нисә фатир зыян күргән. Төнө буйы үҙемде ямғыр аҫтында ятҡан кеүек тойҙом, ти йорттоң 4-се ҡатында йәшәүсе Александр Комаров. Стеналар еүешләнеп, обойҙары аҡтарыла башлаған. Люстраны алып, түбә түшәменән бер нисә биҙрә һыу ағыҙырға тура килгән. Күрше фатирҙағы ҡатын да ошо уҡ хәлгә тарыған. Подрядсы ойошма зыянды ҡапларға вәғәҙәләй. Эшселәр бәләне һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә бәйләй. Һауа торошон да, әлбиттә, алдан күҙалларға мөмкин.

Шуға ла йортта йәшәүселәр подрядсы ойошманан эштәрҙе сифатлы башҡарыуҙарын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итә. Бында төҙөлөш эштәрен 1 октябргә тиклем тамамлау ҡарала. Сипайлово биҫтәһендә лә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды. Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Республика башлығының эксперт-контроль идаралығы менән берлектә комиссия ойоштороп ремонт барған тиҫтә йортта рейд үткәрҙе. Бында ла буяу-ағартыу, коммуникациялар төҙөклөгөн тәьмин итеү йәһәтенән башҡаралғын эштәр талаптарҙың үтәлмәүен күрһәтә.

Быйыл Сипайлово биҫтәһендә йәмғеһе 51 йортта, 137 подъезд төҙөкләндереү бурысы тора. Ремонт тамамлау осоро тип йылдың өсөнсө-дүртенсе кварталы билдәләнгән. Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын яңыртыу, ремонтлау республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә ҡаралғайны. Радий Хәбиров был йәһәттән төбәк операторы эше менән тулыһынса ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.