Республика халҡының яратҡан ял итеү урынын тиҙҙән яңыртып ҡороу эштәре башлана. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй цирк компанияһы етәкселеге менән эшлекле осрашыуында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Башҡортостан хөкүмәте цирк бинаһы һәм ярҙамсы ҡорамалар реконструкцияһы проектын әҙерләү һәм бина тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе финанслау буйынса бурыстарҙы үҙ иңенә ала. Бинаны ҡайтанан ҡороу Рәсәй дәүләт циркы иҫәбенә башҡарыласаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы бер миллиард һум тирәһе.
Өфө циркы Рәсәй кимәлендә юғары баһаға лайыҡ буласаҡ
Тулыраҡ: Өфө циркы Рәсәй кимәлендә юғары баһаға лайыҡ буласаҡ