Миәкә районында бер нисә умартасының бал ҡорттары ҡырылып бөткән. Фермерҙарҙың эргә-тирәләге яланды махсус пестицидтар менән эшкәртеүе ҡорттарҙың үлеменә сәбәпсе, ти йүнселдәр. Ауыл хужалығы министрлығында әле тикшереү эштәре бара. Ҡырылып бөткән бал ҡорттарын ялан буйлап йыйып бөтөп булмаясаҡ, тип зарлана умартасы Марат Әхмәтшин. Егерме йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән мәшғүл йүнсел быйыл балдың мул булыуына өмөтөн юғалтҡан. Ни сәбәптәндер бал ҡорттарының бөтәһе лә тиерлек ағыуланған.
Әхмәтшиндар ғаиләһе 112 умарта тота. Йүнселгә шуларҙың ун умартаһын тулыһынса бушатырға тура килә. Бал ҡорттарының үлеүен бында минут һайын тиерлек күҙәтергә мөмкин, ти ул. Ошондай уҡ хәл бынан бер нисә саҡрымда урынлашҡан яланда ла ҡабатлана. Умартасы Динис Петруня ла бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуын июнь баштарында абайлап ҡала. Ауылда йәшәүсе ғаиләгә умартасылыҡ төп килем сығанағы. Быйыл уларҙың бал һатыу мөмкинлеге ҡырҡа кәмей.Был баҫыуҙа бөтәһе илле умарта. Йөҙ процент бал ҡорттарының яртыһы үлгән, ә ҡалғаны ағыуланған.
Бындай хәл беренсегә күҙәтелә, ти умартасылар.Бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуын урындағы умартасылар фермерҙарҙан күрә. Асыҡланыуынса, зыян күреүселәр һүҙҙәренсә, умарталар урынлашҡан эргә-тирәләге яланда эшселәр махсус дарыуҙар ярҙамында үләндәрҙе бөжәктәрҙән эшкәртә. Умартасыларға был хаҡта хәбәр итмәйҙәр.
Башҡортостан республикаһы ауыл хужалығының малсылыҡ бүлеге белгестәре был мәсьәләне асыҡлар өсөн әле тикшереү эштәре алып бара. Белгестәр билдәләүенсә, бал ҡорттарының күпләп үлеүен әле республиканың күпселек райондарында күҙәтергә мөмкин. Ҡорттарҙың үлем сәбәптәре әлегә тулыһынса билдәле түгел, умартасыларға анализ һөҙөмтәләрен көтөргә тура килә. Үҫемлектәрҙе ағыулаусы фермерҙарҙың ғәйебе иҫбатланған осраҡта, уларҙың 800 мең һумға яҡын штраф түләүе ихтимал.