110 йыллыҡ эшмәкәрлек тарихы, 29 мең студент, республиканың беренсе юғары уҡыу йорто. Башҡорт Дәүләт университетында Берҙәм Дәүләт Имтиханын 100 балға тапшырған абитуриенттар менән осрашыу үтте. Быйыл республикала бындай юғары баһаға өлгәшкән уҡыусылар һаны былтырғынан күпкә артыҡ. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алырға теләк белдергән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе ректор уҡыу йортоноң тарихы, ҡаҙаныштары һәм мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
Гуманитар йүнәлешле белгестәрҙең республикала талап ителгән күләменең 65 процентын Башҡорт дәүләт университеты әҙерләй, беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 75 проценты төбәктә хеҙмәт итә, тип белдерҙе Николай Морозкин. Студенттарҙың Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай юғары уҡыу йорттары менән төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы Рәсәй-сит ил университеттарының ҡуш дипломын алыу мөмкинлеге бар.
Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға йәиһә өс имтиханды дөйөм 240 балға тапшырған буласаҡ студенттарға күләмле стипендия түләнә. Осрашыуҙа абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәһе ҡыҙыҡһындырған башҡа һорауҙарына ла яуап алды.