Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Архангель районында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм йәрәхәттәр алыусыларға тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Архангель районында ҡазаға тарыған юлсыларға ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Ваҡиға урынына санавиация, ашығыс ярҙам бригадалары ебәрелә. Бәләгә тарығандарҙың бер өлөшөн урындағы һәм Ҡариҙелдең үҙәк дауаханалары ҡабул иткән. Клиникаларға һалынғандар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Татарстандан килгән автобусты йөрөткән ир юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 18 тапҡыр яуапҡа тарттырылған булған. Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһында бетон тейәгән машинаның юл хеҙмәткәрҙәрен тапатыуы ла был өлкәлә етешһеҙлектәрҙең бихисап булыуын әйтә.

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостанда бойомға ашырылған яңы программа – күп фатирлы торлаҡ йорттар подъездарын ремонтлауҙың беренсе өлөшөнә йомғаҡ яһалды. Был проект республика өсөн тәүге тәжрибә, шуға ла эштәр тәүге мәлдә бер аҙ тотҡарланып та торҙо. Уларҙың береһе – төбәк операторының үҙ бурысына яуаплы ҡарамауы. Әлегә 650-нән ашыу подъезд тулыһынса яңыртылған. Ә сентябрҙең беренә тиклем 4 меңдән ашыу подъездың 80 проценты тәртипкә килтереләсәк. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы алдында бөгөн йәнә бер бурыс ҡуя.

Бихисап ихаталар бөгөн тейешле кимәлдә түгел. Республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәҙер эш шарттары ла үҙгәрә. Мәҫәлән, бында хеҙмәт хаҡы артты. Кадрҙар мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Бөгөн үҙәктәрҙә эшләгән белгестәргә айына 40 мең һум самаһы түләнә. Әлбиттә, яңылыҡтарҙың сәбәбе икенселә. Быға тиклем алыҫ райондарҙа йәшәүселәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыуҙа ҡыйынлыҡтарға тарыны. Башҡортостанда тағы ла 16 яңы үҙәк асылған. Яҡын арала тағы ла икәүһе эш башларға тейеш. Радий Хәбиров үҙәктәр эшмәкәрлеген тәнҡитләгәс кенә хәл ыүғай яҡҡа үҙгәрҙе.

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостандың “ашығыс ярҙам күрһәтеү” системаһы һәм уның бөгөнгө хәленә баһа бирелде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда, райондарҙа ашығыс ярҙам бригадаларына шылтыратыуҙан һуң улар яҡынса 20 минуттан һуң сирлегә барып етә. Иң ауыр мәсьәлә – белгестәргә ҡытлыҡ. Тап шуға ла бер бригада тәүлегенә 11 тапҡыр саҡырыу буйынса ваҡиға урынына юллана. Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ. Шулай уҡ, киләһе йылдан республиканың медицина колледждарында фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарын әҙерләү өсөн урындар һаны арта.

Республика шулай уҡ Рәсәй армияһына яҙғы саҡырылыш кампанияһына ла йомғаҡ яһай. 4 мең 970 яҡташыбыҙ Ҡораллы көстәргә алынған. Башҡортостандан 6 һалдат шулай уҡ оборона министрлығының фән роталарында хеҙмәт итә. Тик саҡырылыш барышында айырым етешһеҙлектәр асыҡланған. Ул, буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлегенә бәйле. Башҡортостандың ҡулланған тәбиғи яғыулыҡ өсөн ваҡытында иҫәпләшеүҙе лә беренсе урынға ҡуя.

Яҡын арала республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм “Газпром” ширҡәте вәкилдәре араһында ҙур осрашыу көтөлә. Татарстан етәкселеге фажиғәлә зыян күреүселәргә ярҙам ойошторған өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Рөстәм Миңлеханов йәрәхәтләнеүселәрҙе Татарстандың дауалау учреждениеларына алып ҡайтырға һәм тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушҡан.