Башҡортостан юлдарында тағы ла 289 яңы камера ҡуйыласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостан юлдарында тағы ла 289 яңы камера ҡуйыласаҡ

Бер көн эсендә Өфөлә камералар ҡағиҙә боҙоуҙың 300-ҙән ашыу осрағын теркәй, ә республика буйынса был һан 10 меңгә етә. Бындай саралар водителдәрҙе тәрбиәләүҙең төп ысулдарының береһе. 2020 йылда юлдарға тағы ла 459 камера ҡуйыу ҡарала. Шулай уҡ ҙур трассаларҙы яҡтыртыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Әлеге ваҡытта Өфө-Стәрлетамаҡ арауығындағы юлда яҡтыртыу бағаналары ултыртыла.