Яңы автобустар ҡала-ара маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк. Бөтә уңайлыҡтары булған НЕФАЗ автобустарының асҡыстарын водителдәргә Радий Хәбиров тапшырҙы. Роберт Йыһанов 40 йылға яҡын автобус йөрөтә. “Башавтотранс” компанияһың Нефтекама филиалында ҡала-ара маршрутында эшләү дәүерендә төрлө маркалы автобустар менән идара иткән. Яңы автобус заман талаптарына яуап бирә һәм күпкә уңайлы, ти тәжрибәле водитель.
Нефтекама ҡалаһына тапшырылған 5 яңы автобус тәғәйен маршруттар буйынса юлға сыҡты. Нефтекамала тағы ла 75 процент ҡала һәм ҡала ара пассажир транспортын яңыртыу талап ителә. Яңы автобустар республиканың төрлө ҡала һәм район үҙәктәренә юлланды, шулай уҡ быға тиклем бөтөнләй туҡтатылған маршруттар ҙа тергеҙеләсәк. Татарстанға, Пермь крайына һәм Ырымбур өлкәһенә лә автобустар маршруттары асыла.
Яңыртылған автобус паркы “Башавтотранс” хеҙмәте сифатын яҡшыртасаҡ һәм транспорт хәүефһеҙлеге кимәлен күпкә күтәрәсәк. 1 автобустың хаҡы 7 миллиондан ашыу, тип иҫәпләнә. Автобустар уңайлы заманса көйләнгән ултырғыстар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, ҡыш көнө салонды йылытыу системаһы, навигаторҙар, тахограф, мәғлүмәт комплекстары менән тәъмин ителгән.
Радий Хәбиров водителдәрҙең хеҙмәт шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды һәм юлда йөрөгәндә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар биреү зарур, тип билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ 1-се һанлы Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы менән яҡындан танышты. Автотранспорт ойошмаһы Өфө ҡала тирәһе, ҡала эсендә һәм ҡала ара йүнәлештәре буйынса пассажирҙар ташый.
Предприятиела әле 242 ҙур һәм аҙ һыйҙырышлы автобус иҫәпләнә. Киләсәктә автотранспорт паркы тағы ла заманса автобустар менән тулыландырыласаҡ. Көнъяҡ автовокзалынан юлланған яңы автобустарға билеттар һатылып бөткән һәм йыраҡ юлға сыҡҡан пассажирҙар уңайлыҡтарҙы баһаланы. Әлбиттә, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иң беренсе сиратта тора. Уңайлы яңы автобустарҙа йыраҡ рейстарға сыҡҡан водителдәр ҙә тахограф ярҙамында ваҡытында бер-береһен алмаштыра аласаҡ.
Киләсәктә Башавтотранс автопаркын бер-бер артлы яңыртырбыҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. 2020-се йылдың 1-се апреленә тиклем 589 яңы автобус һатып алырға ниәтләнә, шуның 527 быйыл сафҡа инәсәк.