Өфөлә ер өҫтөнән метро төҙөү һәм халыҡ-ара мәктәп асыу мәсьәләһе тикшерелде

Тулыраҡ: Өфөлә ер өҫтөнән метро төҙөү һәм халыҡ-ара мәктәп асыу мәсьәләһе тикшерелде

Республика етәксеһе Таиландтың эшлекле делегацияһы етәксеһе Мом Луанг Раджадарасри Джаянкур менән осрашты. Башҡортостанда ул шулай уҡ Ҡытайҙың эре ширҡәте вәкиле булараҡ та килгән. Делегация беҙҙең республикаға бер-нисә проектты тикшереү өсөн килгән. Уларҙың араһында-үҫеп килгән йәш быуынға спорт белеме биреү өсөн халыҡ-ара Милфорд мәктәбен асыу. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн әленән үк һөйләшеүҙәр башларға әҙер. Өфөлә ер өҫтөнән метро төҙөү, “Аҡыллы ҡала” проекты ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Проекттарҙы артабан ентекләп тикшереү өсөн Республика етәксеһе яҡтарға эшлекле төркөм төҙөргә тәҡдим итте.