Республика үҙәк һайлау комиссияһында Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышына депутатлыҡҡа кандидаттарға өҫтәмә һайлау алдынан агитация үткәрер өсөн телевидение һәм радио каналдарында бушлай эфир ваҡыты һәм матбуғат баҫмаларында бушлай майҙан файҙаланыуға йәрәбә үтте. Киң мәғлүмәт сараларында рәсми агитация мәле һайлауға тиклем 28 көн алдан, 10 августа башланып 6 сентябрҙә тамамлана. Теркәлгән кандидаттар законға ярашлы һәр телерадиоканалда 1 минут бушлай эфир ваҡытын файҙаланасаҡ. Бушлай матбуғат майҙаны 100 квадрат сантиметрға яҡын. Бушлай эфир ваҡытын федераль кимәлдәге биш канал һәм өс төбәк телерадиокомпанияһы тәҡдим итә. Башҡортостанда ул Рәсәй 1, Рәсәй 24 телеканалы менән ВестиФМ, Маяҡ, Рәсәй-Радиоһы һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы менән ЮлдашФМ радио каналдары.
Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде
Тулыраҡ: Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде