Стәрлетамаҡ районында район советы депутаты мутлашыуҙа ғәйепләнә

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ районында район советы депутаты мутлашыуҙа ғәйепләнә

Ир ике йыл дауамында законһыҙ рәүештә ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын ҡаҙып, уны һатыу менән шөғөлләнгән. Әле тәфтиш комитеты депутатты судҡа биргән. Документтарға ярашлы, был ерҙәр ауыл хужалығы һәм балыҡ үрсетеүгә тәғәйенләнгән. Тик бында баҫыу ҙа, күлдәр ҙә юҡ, ә бары карьер ғына. Был урында ике йыл дауамында ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ҡаҙығандар.

Тәфтиш комитеты билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ район советы депутаты туғандары менән бергә законһыҙ эшҡыуарлыҡ ойошторған. Тәфтишселәр хәбәр итеүҙеренсә, халыҡ депутаты Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондарына ҡараған 113 гектар майҙанда ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы сығарған. Өс ер бүлемен ҡуртымға биргән, берәүһен һатып алған.

Тәфтишселәр әйтеүенсә, барлыҡ ҡаҙыу һәм һатыу эштәре рөхсәтһеҙ алып барылған.2016 йылдан 2018 йылғаса район советы депутаты ошондай бер-нисә майҙанда законһыҙ рәүештә ҡырсынташ ҡаҙа. Барлығы ике йыл дауамында 94 мең кубометр ҡом һата. Дөйөм зыян күләме бер-нисә миллион һум. Теүәл бер йыл элек район советы депутаты Александр Шаталинға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Халыҡ вәкиле был хәл буйынса аңлатма биреүҙән баш тартты.Билдәле булыуынса, ер бүлемдәренең береһен ул урындағы ауыл советынан һатып ала. Тик ауыл хакимиәте башлығы белмәмешкә һалышып, шулай уҡ аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмай.Ҡалған өс ер бүлемен Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡтағы идаралығынынан ҡуртымға ала. Тик унда ла һорауҙарға яуап юҡ.

Әле халыҡ депутаты эше судҡа тапшырылған. Рәсәйҙең Енәйәт кодексына ярашлы, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә законһыҙ ҡаҙыу эштәре алып барған өсөн һәм айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу статьяһы буйынса уға 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.