Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм меню индерелә

Тулыраҡ: Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм меню индерелә

Туҡланыу опраторҙарының эшмәкәрлеген контролдә тотоусы дәүләт системаһы булдырыла. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала төбәк туҡланыу операторҙарының беренсе форумында белдерҙе. Радий Фәрит улы эш сәфәре ваҡытында ҡаланың социаль объекттары, төҙөкләндереү эштәре менән танышты, халыҡ менән аралашты. Август аҙағына тиклем эш хаҡын түләргә һәм бурыстарҙы бөтөрөргә.

Оҙаҡ ваҡыт Әмзә урман комбинатында эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ була. Бөгөнгә 200 хеҙмәткәр алдында предприятиеның 22 миллиоға яҡын бурысы йыйылған. Радий Хәбиров был мәсьәләне август аҙағына тиклем хәл итергә ҡушты. Әмзә ауылы халҡын борсоған тағы ла бер һорау торлаҡ мәсьәләһенә ҡағыла. Авария хәлендәге барактарҙа йәшәүселәр өсөн ауылда һигеҙ яңы йорт төҙөлгән. Әммә 66 ғаилә унда йәшәү мөмкин түгел, тип фатирҙарға күсеүсеүҙән баш тартҡан.

Радий Хәбиров был йорттарҙағы фатирҙарҙы үҙе ҡарап сыҡты һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡлау өсөн махсус ведомство-ара комиссия төҙөргә тигән ҡарар сығарҙы. Артабанғы төҙөкләндереү эштәрен ул шәхсән күҙәтергә һәм сентябрь айында ремонт барышын килеп ҡарарға вәғәҙәләне. Нефтекаманың Социалистик урамы 61-се йорттағы ремонтты ла Радий Фәрит ул үҙ контроленә алды. Подряд ойошма төҙөкләндереү эштәре 95 процентҡа тамамланған тип хәбәр итә, ә ысынында, подъездарға инерлек тә түгел.

Подряд ойошмаһының эшкә вайымһыҙ ҡарауы арҡаһында зыян күреүселәр алдында ғәфү үтенергә тура килһә, икенселәргә рсепублика етәксеһе ҡыуаныслы хәбәр килтерҙе: “Интеграл” ойошмаһының алданған өлөшсөләре йыл аҙағында фатирҙарының асҡыстарын ала башлай.

Ҡала үҙәгендә урынлашҡан берҙән-бер һыу ятҡылығы — Светлое күлен урындағы халыҡ "Нефтекама ынйыһы" тип йөрөтә. Тап уның биләмәһен "Заманса ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә тәртипкә килтерәсәктәр. Төҙөкләндереүҙә тик тәбиғи материалдарҙы ҡулланыу һәм эргә-тирәләге ағастарҙы һаҡлап ҡалырға тырышыу күл буйында кешеләрҙең ялы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ итәсәк.

Радий Хабиров проектты ыңғай баһаланы һәм был биләмә нефтекамаларҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнәсәгенә ышанысын белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Нефтекамаға эш сәфәре барышында Туҡланыу операторҙарның беренсе форумында ла ҡатнашты. Тәү сиратта, ул ошо өлкәләге уңыш ҡаҙанған ойошмаларыҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Тәжрибәле операторҙар үҙҙәренең материал-техник базаһы, ҡулланған яңы алымдары тураһында һөйләне.

Яҡын киләсәктә төбәк мәктәптәренә берҙәм меню индерелә һәм туҡланыу операторҙарының эшмәкәрлеген контролдә тотоусы дәүләт системаһы булдырыласаҡ. Шулай уҡ, Башҡортостан хөкүмәте башланғыс класстар өсөн ашханаларҙа ашауҙы бушлай эшләргә тәҡдим итә. Бының өсөн республика бюджетынан йыл һайын миллиард ярым һум аҡса кәрәк буласаҡ.

Ҡала халҡын туйындырған төп предприятиеларҙың береһе — Нефаз заводы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Цехтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Радий Хәбиров завод етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе һәм предприятиеның яңы мөмкинлектәрен барланы. Дәүләт заказдары күп булғанлыҡтан быйыл заводта етештереү күләме лә ике тапҡырға артҡан , хәҙер бында йылына 1200 ҙән ашыу автобус сығарыла. Әйтергә кәрәк, «НЕФАЗ»дың продукцияһы Рәсәйҙә ҙур һорау менән ҡуллана. Ул Башҡортостандың машиналар төҙөү сәнғәтендә алдынғы урынды алып тора.