Миәкә районында йәшәүсе ҡатынды ун һигеҙ йәше тулмаған балаһы менән урамға ҡыуып сығарғандар. Асыҡланыуынса, өйҙө Рәйлә Зарипованың элекке тормош иптәше һатҡан. Ғаиләнең көнкүреш әйберҙәре ҡапҡа тышында ятһа, үҙҙәре ваҡытлыса туғандарында йәшәп торорға мәжбүр. Район опека органдары ни өсөн бәлиғ булмаған бала хоҡуғын яҡлай алмаған?
Беҙ баланы урамда ҡалдыра алмайбыҙ... Зариповтар ғаиләһе суд приставтарының 18 йәше тулмаған сабыйҙы урамға ҡыуып сығарыуын видеоға төшөрөп ала. Ике бала әсәһе Рәйлә Зарипова уларға бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Һөҙөмтәлә өйҙә булған бөтә әйберҙәрҙе бергәләп ҡапҡа алдына ташырға тура килә. Балаларының ҡыйыҡһыҙ тороп ҡалыуында Рәйлә Зарипова элекке тормош иптәшен ғәйепләй. Асыҡланыуынса, ир ҡатыны менән айырылғас, һөйәркәһенә күсеп китә, һуңынан был өйҙө хәҙерге ҡатынының ҡыҙына һата. Ҡыуылып сыҡҡан ғаиләнең һыуытҡысы, шкафы һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре әле урамда тора.
Был әйберҙәрҙе улар бер ҡайҙа ла алып китә алмай. Шуға күрә уны ваҡытлыса полиэтилен менән ҡаплап ҡуйырға мәжбүр. Ханым һүҙҙәренсә, ир йылдар дауамында ғаиләһен тура мәғәнәһендә мыҫҡыл итә. Тәүҙә йортто шартлатам, тип ҡурҡытһа, һуңынан өйгә үткәрелгән электр сымдарын да өҙөп бөтә. Зыян күреүселәр һүҙҙәренсә, элекке тормош иптәше ғаиләне ҡыуып сығарыр өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә документта бәлиғ булмаған Зинира Зарипованың был өйҙә йәшәргә хоҡуғы бар, тип күрһәтелә. Тик ни өсөн ун һигеҙ йәше тулмаған баланы ла ҡыуып сығарғандар-быныһы әлегә ҙур һорау булып ҡала.
Ханым полиция хеҙмәткәрҙәренә, урындағы район хакимиәтенә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Зариповтарҙы әле ни өсөн район опека органдары ун һигеҙ йәше тулмаған баланы өйҙән ҡыуып сығарыуға юл ҡуйған тигән һорау ғына борсой.Шулай ҙа район хакимиәте ғаиләгә 10 квадрат метрлыҡ бүлмә тәҡдим иткән. Әммә бында өс кеше һыя алмаясаҡ. Өҫтәүенә, бүлмәгә ремонт талап ителә. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған Зинира атаһы менән һөйләшергә теләй, әммә ул бер ҡасан да бәйләнешкә сыҡмай, ти ул. Ғәйебен таныһа ла, ғәфү итә алмаясаҡмын, ти ул.
Ғаилә хәҙер туғандарында төпләнеп торорға мәжбүр. Улар дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн йәнә судҡа мөрәжәғәт иткән.