Башҡортостандың баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин, йәш ғалимдарҙың бер төркөмөнә Рәсәй президенты грантын тапшырҙы. Республиканан алты йәш ғалим быйыл еңеүсе, тип табылды. Уларҙың дүртәүһе – фән кандидаты булһа, икеһе – фән докторы исемен йөрөтә. Йәштәр ауыл хужалығы, техника, физика, астрономия, математика һәм механика менән ҡыҙыҡһына.Йыл һайын Рәсәй Федерацияһының фән һәм мәғариф министрлығы ике конкурс иғлан итә. Беренсеһендә – 35 йәшкәсә фән кандидаттары, икенсеһендә 40 йәшкә тиклемге – фән докторҙары ҡатнаша ала. Гранттың күләме 600 мең һумдан алып бер млн һумға тиклем етә. Гранттар артабан ғилми эштәрҙең төрлө өлкәләрендә тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ҡулланыласаҡ.
Йәш ғалимдарға Рәсәй президенты гранты тапшырылды
Тулыраҡ: Йәш ғалимдарға Рәсәй президенты гранты тапшырылды